9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2015 йыл, 11:35

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Кәлимуллин тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Кәлимуллин тәғәйенләнде.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһында хәбәр итеүҙәренсә, яңы етәксе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан күскән.

Азат Кәлимуллин Күмертауҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт сервис институтын тамамлаған, юрист һәм иҡтисадсы квалификацияларына эйә. Ырымбур дәүләт университеты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Күмертау филиалында «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» белгеслеге буйынса әҙерлек үткән. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау ТЭЦ-ында электр слесары булып башлай. 1992—2004 йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Күмертау ҡалаһындағы инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы, баш дәүләт һалым инспекторы, етәксе урынбаҫары була. 2004 йылдан 2008 йылға тиклем — Федераль һалым хеҙмәтенең Күмертау ҡалаһындағы 17-се район-ара инспекцияһы начальнигы. 2011 йылдан Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһында, 2013 йылдан республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында эшләгән.