4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2015 йыл, 10:46

Өфөләр бер көнгә автомобилдәрҙән баш тартасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 22 сентябрҙә бөтә донъяла Автомобилһеҙ бер көн билдәләнәсәк. Йола буйынса был көндө автомобилдән баш тартырға һәм тәғәйенләнгән урынға (эш, уҡыу) йәйәү йәки йәмәғәт транспортында, велосипедта барырға тәҡдим ителә.

Акцияның төп маҡсаты – машиналарҙың тирә-йүнгә кире йоғонтоһо тураһында иҫкә төшөрөү һәм шәхси автомобилдәрҙе ҡалала йөрөү өсөн файҙаланыуҙы кәметеү.

Йыл һайын Өфөлә генә автомобилдәр һаны уртаса 30 меңгә арта. Мәскәүҙә, донъяның ҙур ҡалаларында был һан күпкә юғары.

Автомобилһеҙ бер көн акцияһын үткәреү идеяһы 1998 йылда Францияла барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта ике тиҫтәгә яҡын ҡала ошо датаны билдәләй. 2001 йылда донъяның 35 илендә меңдән ашыу ҡала хәрәкәткә ҡушыла. Өфөлә беренсе тапҡыр 2009 йылда ойошторола.

Быйыл Бөтә донъя автомобилһеҙ бер көн Европа мобиллек аҙналығы сиктәрендә уҙғарыла. 16 сентябрҙән 22-нә тиклем үтәсәк аҙналыҡта Рәсәйҙең 40-ҡа яҡын ҡалаһы: Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Өфө, Калининград, Ҡазан һәм башҡалар ҡатнаша. Унда велопарадтар, акциялар, конференциялар ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.