11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 18:20

«Бөтә Өфө» телеканалы «хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Быйыл июль айындағы кадрҙар алмашыныуынан һуң «Бөтә Өфө» телеканалы яңы телевизион миҙгелгә әҙерләнә. Алина Сөләймәнова генераль директор вазифаһына тәғәйенләнгәс, продюсер үҙәге ҙур үҙгәреш кисерә. Ижади коллектив яңыра, каналдың биҙәлеше үҙгәрә, яңы тапшырыуҙар әҙерләнә.

«Бөтә Өфө» телеканалы етәксеһе Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта яңы логотип һынау үтә, иң мөһиме, тамашасы билдәле өс шөрөптөң баш ҡалабыҙ бренды булыуын аңлаһын ине.

Яңы миҙгелдә «Бөтә Өфө» спорт тапшырыуҙарына иғтибарын йүнәлтә. «Дүшәмбе, шаршамбы һәм йома яңылыҡтарҙың киске сығарылыштарында спорт күҙәтеүе эфирға сыға», — тине телеканалдың спорт программалары етәксеһе Лилиә Шафиҡова.

Йәй көнө телеканал коллективы яңы телепроектҡа этәргес биргән ГТО фестивалендә ҡатнашты. «Бөтә Өфө» телеканалында ГТО, Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер тигән мәғәнәнән тыш, башҡа мәғәнәне лә аңлата. Прайм-таймда үҙенсәлекле продукт — «Спорт» ҡала телевидение бүлеге барлыҡҡа киләсәк, — тип аңлатты Лилиә Шафиҡова. — Был бүлек Өфөләге иң мөһим спорт ваҡиғалары хаҡында һөйләргә, сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм үҫешкә юл күрһәтергә әҙер. Тапшырыуҙы дүшәмбе һәм йома көндәрендә ҡарарға мөмкин».

Элеккесә телеканалда яңылыҡтарға төп иғтибар бүленәсәк. Биҙәлешкә килгәндә, «октябрь урталарында алып барыусылар яңы декорацияларҙа эфирға сығасаҡ, — тип ижади пландары менән бүлеште «Бөтә Өфө» продюсер үҙәгенең директор урынбаҫары Илдар Еникеев. — Өфөләргә яңыртылған телеканалды күрһәтеү өсөн тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләйбеҙ».