3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 17:28

1 октябрь — мөлкәт һалымдарын түләүҙең һуңғы көнө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1 октябрҙә Рәсәйҙә мөлкәт һалымдарын түләү буйынса кампания тамамлана. 2 октябрҙән түләмәүселәргә штраф санкциялары ҡулланыласаҡ. Атап әйткәндә, бурыстың суммаһына көн һайын пеня һалына башлай.

18 һәм 19 сентябрҙә уҙғарыласаҡ асыҡ ишектәр көнөндә физик шәхестәрҙең мөлкәтенә, шулай уҡ ергә һәм транспортҡа һалымды иҫәпләү һәм түләү тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә республика һалым органдарының барлыҡ офистарында ла ҡабул итеү ойошторола. 18 сентябрҙә — иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, 19 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем.

Һалым инспекцияһында «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисына теркәлергә мөмкин.

2015 йылдың 1 ғинуарынан бер тапҡыр ҙа һалым белдереүҙәрен алмаған һәм милеккә һалым түләмәгән граждандар ошондай мөлкәтенең булыуы хаҡында һалым органдарына хәбәр итергә тейеш. Хәбәрҙең формаһы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик берәмектәр» бүлегендә бирелгән.