9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2015 йыл, 17:01

«Ватан» этноауылында Урта быуаттар фестивале ойошторолдо

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә II этнофестиваль уҙғарылды. «Ватан» этноауылы майҙанында теләгән һәр кем Урта быуаттар донъяһына сумды. Фестивалдең бай концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәрҙе хайран ҡалдырҙы, йәрминкәлә һатыу итеүселәрҙең үҙенсәлекле тауарҙары байрам тураһында иҫтәлеккә иң яҡшы бүләк булды, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Программаға заманса ҡылыс һуғышы, фехтование буйынса турнир, йырсы-музыканттарҙың концерты ингәйне. Ҡулдан яһалған әйберҙәр йәрминкәһендә ҡунаҡтар сауҙагәрҙәрҙе һәм актерҙарҙы осратты, кейем-һалым тегеү һәм һауыт-һаба эшләү серҙәренә төшөндө, яугирҙәр алышта етеҙлеген һәм көсөн һынап ҡараны.

Уҡтан атыу фестивалгә килеүселәргә айырыуса оҡшаны. Был хаҡта Өфөнөң «Йәшлек» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы берләшмәһенең «Рарог» дружинаһында ҡатнашыусылар һөйләне.