Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә 15 сентябрҙән 26-на тиклем Башҡортостан делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының матбуғат хеҙмәте һәм киң коммуникациялар департаментында.

Делегация составына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов етәкселегендәге республика Хөкүмәте ағзалары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Үҫеш корпорацияһы, «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө, Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре инә.

Сәфәр барышында Хубэй, Сычуань, Ляонин провинцияларында, шулай уҡ Пекин ҡалаһында Башҡортостандың инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәте презентацияларын һәм «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлығы» исемле беренсе форум үткәреү күҙаллана. Эш программаһында провинцияларҙың халыҡ хөкүмәттәре етәкселеге һәм эшлекле даирә вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған.

Башҡортостан делегацияһының рәсми визиты Евразия иҡтисади форумында һәм Сиань ҡалаһында ШОС илдәре тауарҙары күргәҙмәһендә ҡатнашыу менән тамамланасаҡ. Рәсәй экспозицияһы сиктәрендә ойошторолған Башҡортостан майҙансығында инвестиция, иҡтисади, сәнәғәт ҡеүәте күрһәтеләсәк.

«Башҡортостан менән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре араһында төбәк-ара сәйәси һәм эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү — республика Хөкүмәте эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәребеҙ барышында провинцияларҙың халыҡ хөкүмәттәре һәм ҙур бизнес вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барасаҡбыҙ», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть