6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 15:29

Төбәктә республика Башлығы стипендиаттарының исемдәре билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда һәләтле уҡыусылар иҫәбенән республика Башлығы стипендиаттарының исемдәре билдәле булды. Тейешле указ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ай һайын дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларының һәләтле уҡыусыларына Башҡортостан Башлығы стипендиялары тапшырыла.

Исемлектә бөтә республиканан 100 стипендиат. Ошо указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.