6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 14:56

Өфөлә ҡала электричкаһы сафҡа инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 15 сентябрҙән Өфөлә «Толпар» ҡала электричкаһы сафҡа инде. «Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ғәмәлгә ашырған проект ҡала сигендә электр поездарының хәрәкәтен күҙ уңында тота.

Дим — Өфө — Шакша тимер юлы участкаһында ете электр поезы йөрөйәсәк, улар 42 минутта пассажирҙарҙы ҡаланың бер өлөшөнән икенсеһенә алып барасаҡ. Дим станцияһынан Шакшаға тиклем юл хаҡы 18 һум тәшкил итәсәк.

«Электр поездары «Дим», «Уң Ағиҙел», «Өфө» тимер юл вокзалы», «1629-сы саҡрым», «Парк», «Черниковка», «Спорт» һәм «Шакша» станцияларында туҡтаясаҡ. Электр поезы бер рейста мең ярымға тиклем кешене хеҙмәтләндерә ала. Бөгөн беҙ Куйбышев тимер юлының Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булған ошо транспорт проектының тәүге этабы хаҡында һүҙ алып барабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһының генераль директоры Игорь Поляев.

Эксперттар иҫәпләүенсә, электр поезында Шакша станцияһынан «Өфө» тимер юл вокзалына барып етеү өсөн ярты сәғәт самаһы, тиҙ йөрөшлө автобуста сәғәт ярым ваҡыт кәрәк. «Федераль» ташламаға эйә булған пассажирҙар электр поездарында бушлай, ә төбәк ташламалары менән файҙаланыусылар, уҡыусылар һәм студенттар ярты хаҡҡа йөрөй.

«Толпар» электр поезы хәрәкәтенең теҙмәһе Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы сайтында баҫылған.