Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

«Әллүки» балалар журналы Бөтә Рәсәй фестивалендә иң яҡшыһы тип танылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Евпаторияла (Ҡырым Республикаһы) Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм ҡала хакимиәте булышлығында Бөтә Рәсәй Балалар матбуғаты фестивале ойошторолдо. Унда «Ҡыҙыл таң» гәзитенә ҡушымта рәүешендә нәшер ителгән «Әллүки» журналы ҡатнашты һәм «Балалар өсөн иң яҡшы журнал» номинацияһында еңеү яуланы.

Фестивалдең тәүге көнө эшлекле саралар менән асылды. Түңәрәк өҫтәл артында нәшерселәр һәм төбәктәрҙең тармаҡ департаменттары, федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре балалар матбуғатының мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе. Фекер алышыу һөҙөмтәләре балалар өсөн баҫмаларҙы үҫтереү буйынса документтың нигеҙенә һалынасаҡ.

Байрам программаһында белем биреү, күңел асыу программалары, уйын шоуҙары ҡаралғайны. Айырым майҙансыҡта иһә «Мурзилка», «Клепа», «Чудеса и Приключения» журналдары, «Эгмонт» нәшриәте мөхәррирҙәре һәм нәшерселәре оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Фестиваль «Тылсымлы һүҙ» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Бәйгелә төбәктәрҙәге балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларының нәшерселәре ҡатнашты. Мәскәү, Липецк, Белгород өлкәләре баҫмалары һәм Башҡортостандан татар телендәге «Әллүки» журналы еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр «Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть