5 декабрь, Дүшәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 12:18

Башҡорт йәнһүрәте Ҡазанда халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә жюри тарафынан билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡорт йәнһүрәте халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә жюри тарафынан билдәләнде. Башҡортостан аниматорының эше Ҡазанда уҙған XI халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә «Баһалама ағзаларының махсус билдәләүе»нә лайыҡ булды. Сараның сайтында хәбәр ителеүенсә, эксперттар башҡа конкурсанттар араһынан Рим Шәрәфетдиновтың «Хәйерлегә булһын!» йәнһүрәтен һайлап алған.

«Башҡортостан» киностудияһынан фестивалгә өс эш тәҡдим ителде. «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары» номинацияһында режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсә», «Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм» номинацияһында режиссер Насур Юрушбаевтың «Ике тотҡон: Жәүит менән Вальтер» фильмдары, «Анимация фильмы» номинацияһында Рим Шәрәфетдиновтың «Хәйерлегә булһын!» йәнһүрәте ҡатнашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге ике кинотаҫма призлы урындар алманы. Был етди конкуренцияға бәйле, быйыл конкурста 25 илдән 51 фильм ҡатнашҡан. Фестивалгә бөтәһе 700 ғариза ебәрелгән. Шулар араһынан билдәле кино белгесе Сергей Лаврентьев етәкселегендәге комиссия һәр номинация өсөн 10 фильм һайлап алған. Конкурс программаһында биш номинация ҡаралған — «Уйын тулы метражлы кино», «Уйын ҡыҫҡа метражлы кино», «Документаль тулы метражлы кино», «Документаль ҡыҫҡа метражлы кино» һәм «Анимация киноһы».