3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2015 йыл, 11:30

Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында уҙғарылған «Әҙәбиәт. Асыҡ дәрес» акцияһына 500-гә яҡын уҡыусы йыйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында уҙғарылған «Әҙәбиәт. Асыҡ дәрес» акцияһына 500-гә яҡын уҡыусы йыйылды. Саф һауала әҙәбиәттән асыҡ дәресте «Тамыр» балалар телеканалы ойошторҙо. Уҡытыусылар сифатында үҙҙәренең тормошон әҙәбиәтһеҙ күҙ алдына килтермәгән билдәле кешеләр саҡырылды. Улар араһында — яҙыусы, тәнҡитсе, журналист Игорь Савельев, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, яҙыусы Зәки Әлибаев, шағирә Марианна Плотникова, 35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Жерякова.

Игорь Савельев әйтеүенсә, мәктәп йылдарында уға әҙәбиәт дәрестәре оҡшамай. Ул күберәк заманса авторҙар менән ҡыҙыҡһына, дәрестә иһә классик әҫәрҙәр уҡыйҙар. Өлкән кластарҙа ғына унда әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уяна һәм ул филология факультетына инергә ҡарар итә.

Педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев ғәҙәти булмаған дәрес идеяһын хупланы, артабан да шундай саралар ойошторорға кәңәш итте.

«Беҙҙең акция — Әҙәбиәт йылында яңы уҡыу йылының яҡшы башланыуы тип иҫәпләйбеҙ, — тип билдәләне «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Дәрес уңышлы уҙҙы. «Тамыр» уҡыусылар менән бергәләп күңелле билдәләр эшләне. Әүҙем уҡыусылар асыҡ дәрестән күкрәктәренә Толстойҙың, Чеховтың, Бабичтың, Маяковскийҙың, Булгаковтың һүрәттәре төшөрөлгән билдәләр тағып ҡайтып китте. Һәр уҡыусы бүләккә яңы китап алды. Асыҡ дәрестең шарттары буйынса, уҡыусылар китаптар менән алмашты.

Сара тураһында репортаж Башҡортостан юлдаш телеканалында 27 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да эфирға сыға.