Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары Николай Богдановский менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

14 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов  Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигының беренсе урынбаҫары, генерал-полковник Николай Богдановский менән осрашты.

Осрашыуҙа Башҡортостан биләмәһендә 7 сентябрҙә Үҙәк хәрби округында башланған «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙарын үткәреү барышы тикшерелде.

«Бер аҙна инде ныҡышмалы, көсөргәнешле эшләйбеҙ. Был уҡыуҙар бик файҙалы тип иҫәпләйем, – тине республика Башлығы. – Кешеләр алдыбыҙҙа торған бурыстарҙың етдилеге, бөтә йүнәлештәр буйынса ентекле эшләргә кәрәклеген аңланы. Барыһы ла эшкә яуаплы ҡарай. Был – уҡыуҙарҙың төп бурысы. Һөҙөмтә ыңғай булыр тип ышанам».

Уҡыуҙарҙың һөҙөмтәләре буйынса ентекле анализ үткәреләсәк, көслө һәм йомшаҡ яҡтар билдәләнәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.

«Беҙ ҡайҙа матди базаны яҡшыртырға, өҫтәмә финанс ресурстарын йүнәлтергә, ҡайһы бер ойоштороу эштәрен нисек башҡарып сығырға, заманса техника һатып алыу буйынса эште нисек яйға һалырға кәрәклеген аңлайбыҙ. Ошо эште мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла быны аңламай. Һеҙгә һәм Һамар өлкәһенә «Афарин!» тиергә генә  ҡала. Һеҙҙең өсөн дә был яңылыҡ булып тора», – тине Николай Богдановский.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть