9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2015 йыл, 18:45

Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Орнамент» тапшырыуы «СМИротворец-Волга буйы» конкурсы наградаһына лайыҡ булды

фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Орнамент» тапшырыуының биш сығарылышы журналистарҙың «СМИротворец» милләт-ара һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәре иҫәбенә инде. Мари халҡының кейеме, башҡорттарҙың һарыҡ йөнө ҡырҡыу, мордваларҙың Святки байрамы, мариҙарҙың яусылау һәм кесерткәндән еп эшләү йолалары тураһында тапшырыуҙар «СМИротворец-Волга буйы» конкурсында икенсе урын алды. «Орнамент»тың ижади төркөмө — журналистар Ирина Миңлеғәлиева, Сәрүәр Сурина, Элина Маврина, мөхәррирҙәр, операторҙар, режиссерҙар һәм монтажерҙар.

Бүләкләү тантанаһы Нижегородка йәрминкәһендә булды, унда IV Халыҡ-ара бизнес-саммиты һәм «Рәсәйҙең киләсәге» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә Рәсәй халыҡтары конгресы уҙҙы.

Был тапшырыуҙың тәүге еңеүе генә түгел. Былтыр ошо уҡ конкурста Белорет районының боронғо Ҡағы ауылы хаҡында сығарылыш «Рус донъяһы» номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Быйыл июндә «Орнамент» Халыҡ ижады һәм этнография буйынса Бөтә Рәсәй видеофильмдар фестивалендә «Иң яҡшы телепрограмма» номинацияһында еңеп сыҡты.

«Тапшырыуҙың уңыш сере ябай — беҙ күп милләтле Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте тураһында бәйән итәбеҙ. Хәбәрселәребеҙ алыҫ ауылдарға барыуҙан ҡурҡмай. Тап унда милли традицияларға һаҡсыл ҡарайҙар һәм үҙҙәренең белемен йәш быуынға тапшыралар», — тиҙәр программаның авторҙары Сәрүәр Сурина һәм Ирина Миңлеғәлиева.

Белешмә. «СМИротворец» конкурсы Этник-ара журналистика гильдияһы башланғысы буйынса 2008 йылдан уҙғарыла. Бәйгелә федераль, төбәк, шулай уҡ милли-мәҙәни киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша.