10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2015 йыл, 17:50

Өфөлә бард һәм яҙыусы Сергей Крулдең яңы китабының исем туйы була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә бард һәм яҙыусы Сергей Крулдең яңы китабының исем туйы була. Кесаҙна, 17 сентябрҙә, Башҡортостан Милли музейының әҙәби ҡунаҡханаһында «Янғантау» халыҡ-ара әҙәби фестиваль сиктәрендә бард һәм яҙыусы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Сергей Крулдең «Өфө кремле легендалары» китабының исем туйы үтә.

«Повесть 7087 (1579) йылдың йәйендә Өфө ҡәлғәһендәге кешелек мөнәсәбәттәренең онотолмаҫ һәм хәүефле донъяһы хаҡында бәйән итә. Әҫәрҙең төп геройҙары — ҡәлғә воеводаһы баяр Иван Нагой, Изге Троицк сиркәүе башлығы Димитрий, үҫәргән мырҙаһы Бикбау бей, баяр улы Константин Голубцов, нуғай мырҙаһы Ырыҫ бей. Повестың үҙәгендә — башҡорт егете Алмас менән рус ҡыҙы Полинаның мөхәббәте», — тиелә китаптың аннотацияһында.

Танылған тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм әҙәбиәтселәр — Михаил Роднов, Анатолий Чечуха, Павел Егоров, Петр Федоров, Светлана Чураева, Вера Макарова, Римма Юнысованың һәм башҡа ҡунаҡтарҙың сығыш яһауы көтөлә. Сара барышында автографлы китап һатып алырға мөмкин.

Киске сәғәт 5-тә башлана. Инеү ирекле.

темалар: китап сығарыу