9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2015 йыл, 16:56

Төбәктә йәшәүселәр эш хаҡын, пенсияны һәм пособиены арттырыу өсөн тауыш бирҙе — Финанс министрлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда йәшәүселәр республиканың Финанс министрлығы үткәргән бюджет тематикаһы буйынса һорау алыу һөҙөмтәһендә эш хаҡын, пенсияны һәм пособиены арттырыу өсөн тауыш бирҙе. Һорауға яуап биреүселәрҙең 32,2 проценты тап ошо өлкәләр өҫтәмә бюджет финанслауына мохтаж тип иҫәпләй. Икенсе урында — эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, производствоны үҫтереү (24 процент), өсөнсөлә — юлдар, урамдарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (17,7 процент). Респонденттарҙың күбеһе бюджет аҡсаларының ҡайҙа йүнәлтелеүе хаҡында белергә теләй (67,8 процент). Һорау алыныусыларҙың өсөнсө өлөшө (33 проценты) иҫәпләүенсә, һалым түләүселәр менән шәхси эште көсәйтеү һөҙөмтәһендә һалым йыйыуҙы арттырырға мөмкин.

«Башҡортостан Республикаһы тауышы» проекты сайтындағы «Асыҡ Республика» порталында ойошторолған тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Респонденттар биш һорауға яуаптың бер вариантын һайларға тейеш. Ике аҙна эсендә тикшереүҙә 283 кеше ҡатнашҡан, уларҙың өстән бер өлөшө — 20-нән 40 йәшкә тиклемгеләр. Респонденттарҙың 88,6 проценты — юғары, 10,7 проценты — урта махсус, 0,7 проценты урта белемгә эйә.

Алынған мәғлүмәттәрҙе ведомство үҙенең эшендә иғтибарға аласаҡ, тип билдәләнеләр Финанс министрлығында.