10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2015 йыл, 15:14

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты мандаттарын Хәйҙәр Ғайсин менән Рәмил Бигнов алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре еңеп сыҡты, тип хәбәр итте Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләре буйынса ойошторолған брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Күмертау округы буйынса «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин, Туймазы округы буйынса «Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Бигнов һайлаусыларҙың ышанысын яуланы.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Хәйҙәр Ғайсин 72,29 процент, Рәмил Бигнов 66,5 процент тауыш йыйған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа 15-се Күмертау һайлау округында һайлаусыларҙың — 49,96, 50-се Туймазы һайлау округында 59,87 проценты тауыш биргән.