7 декабрь, Шаршамбы

14 сентябрь 2015 йыл, 14:39

Республиканың 7309 округында һайлауҙар булды — Хәйҙәр Вәлиев

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 13 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 7310 вакантлы мандаттарҙың 7309-ы алмаштырылды. Архангель районының Абзан ауыл советында һайлауҙар булманы. Брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев төбәктә уҙған муниципаль һайлауҙарҙың яҡынса һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

2015 йылдың 13 сентябрендә Башҡортостанда ауыл биләмәләре (7272 мандат), ҡала биләмәләре (Приютта һәм Шишмәлә — бөтәһе 30 мандат) советтарына депутаттар, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын (бөтәһе алты мандат) өҫтәмә һайлау һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын (ике мандат) һайлау үтте.

Һайлауҙарҙа 15328 кандидат ҡатнашты. Шуларҙың 15227-һе — ауыл биләмәләренә депутатлыҡҡа, 73-ө (шул иҫәптән өҫтәмә һайлауҙарға өс кандидат) ҡала биләмәләренә депутатлыҡҡа, алтауһы — ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидат (өҫтәмә һайлауҙар), шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа 11 кандидат.