Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала ирекмәндәре Туапсеға «Изге Ихтыяр флагы аҫтында» Бөтә Рәсәй йәштәр форумына юлланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфө ирекмәндәре Туапсеға «Изге Ихтыяр флагы аҫтында» Бөтә Рәсәй йәштәр форумына юлланды. Улар араһында Өфө ҡалаһы үҫеше йәмәғәт фонды һәм баш ҡалалағы үҫмерҙәр клубтары ирекмәндәре бар. 14 сентябрҙән 4 октябргә тиклем «Орленок» балалар үҙәгендә үтәсәк күләмле сарала 10 төбәктән ирекмәнлек хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форумды ойоштороусы — ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды булышлығында «Изгелек флагы аҫтында!» хәйриә фонды.

Ҡала үҫеше йәмәғәт фондында һөйләүҙәренсә, төбәктәрҙән өлкән класс уҡыусылары, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан волонтерҙар делегат булып бара. Улар «Изге Өфө» ҡала шәфҡәтлелек фестивале, «Кино ҡарау» II халыҡ киноһы асыҡ фестивале, «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» балалар хәйриә проекты, «Ҡыш бабайға хат» проекты кеүек ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй проекттарына волонтер булараҡ йәлеп ителгән.

Йәштәр форумында ҡатнашыусыларҙы бай программа: походтар, оҫталыҡ кластары, өйрәтеүсе семинарҙар, тренингтар, төрлө конкурстар һәм спорт саралары көтә. Бынан тыш, иң яҡшы ирекмәндәр проектына конкурс уҙғарыу күҙаллана.

«Изге Ихтыяр флагы аҫтында» форумының төп маҡсаты — Рәсәй төбәктәрендә социаль волонтерлыҡты үҫтереү, ирекмәнлек һәм хәйриәлек эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн йәштәрҙе туплау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть