11 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2015 йыл, 12:02

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре эшҡыуарҙарының күргәҙмәһендә төп бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары ҡатнашасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре эшҡыуарҙарының күргәҙмәһендә төп бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә 22-23 октябрҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Беренсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы сиктәрендә уҙғарыла.

«Башинформ» агентлығына республика Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә IT-технологиялар, сәнәғәт, сеймал табыу һәм уны эшкәртеү, экология, туризм, медицина һәм фармацевтика, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, франчайзинг өлкәһендәге яңылыҡтар тәҡдим ителәсәк.

Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволары, сауҙа-сәнәғәт палаталары, сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союздары, башҡа йәмәғәт ойошмалары, ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле даирәләре етәкселәре ҡатнашлығында эшлекле программа ҡаралған. Йүнселдәр компанияларҙың презентациялары менән сығыш яһай, В2В-һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша ала.

Күргәҙмә эшендә ҡатнашыу өсөн аккредитация үтергә кәрәк.