3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2015 йыл, 11:10

13 сентябрҙә Башҡортостанда муниципаль һайлауҙар үтте

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Киске сәғәт 8-гә исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың 73,3 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгәйне. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, бөтәһе 964956 һайлаусы ҡатнашҡан.

Төбәктә 2342 һайлау участкаһы ойошторолған. Хәйҙәр Вәлиев һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла тауыш биреү өсөн үтә күренмәле һәм яртылаш үтә күренмәле стационар йәшниктәр менән йыһазландырылған. 17 меңдән ашыу хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссия ағзалары йәлеп ителгән.

Шаран, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Благовар райондарында 88-ҙән 93 процентҡаса тауыш бирелгән.

Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы «ҡыҙыу линия»ның эше хаҡында һөйләне. Тәртип боҙоуҙар тураһында бөтәһе 10 мөрәжәғәт килгән. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, улар агитация, алдан тауыш биреү һәм фотоға, видеоға төшөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле.

темалар: һайлауҙар