5 декабрь, Дүшәмбе

14 сентябрь 2015 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән эшлекле осрашыуы булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән эшлекле осрашыуы булды. Яҡтар республикала мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ федераль маҡсатлы программа сиктәрендә уларға ярҙам итеү мөмкинлеген тикшерҙе.

– Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеүебеҙгә килгәндә, Һеҙ министр вазифаһында эшләй башлағас был эшмәкәрлек әүҙемләште, – тине Рөстәм Хәмитов. – Берлектәге фестивалдәр, концерттар, күргәҙмәләр ойошторғанда ла әхлаҡи ярҙамығыҙҙы тойҙоҡ. Һеҙ – һәр ваҡыт беҙҙе аңлаусы, үтенестәребеҙгә яуап биреүсе һәм Башҡортостан биләмәһендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыусы ҡунаҡ.

Владимир Мединский, үҙ сиратында, һуңғы йылдарҙа республикала мәҙәниәткә һәм сәнғәткә федераль ярҙам күләме 14-тән 200 миллион һумға тиклем артты, тип билдәләне.

– Был кешеләрегеҙҙең ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табыуы хаҡында һөйләй. Хуплау тапҡан проекттар ҙа бар. «Симфония төнө» фестивале – сағыу, һәйбәт идея. Был беҙҙең дөйөм проект буласаҡ, уны «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһына индерәсәкбеҙ, – тине Рәсәйҙең мәҙәниәт министры.  

Легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа асылған һәйкәл хаҡында һөйләгәндә, Владимир Мединский, йәнә генералға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юлларға мөмкин, тип белдерҙе.

– Беҙ бер нисә тапҡыр төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иттек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлегә ыңғай яуап юҡ, әммә һеҙҙең ярҙамығыҙ менән уның халыҡ геройы ғына түгел, илдең геройы икәнлеген раҫлай алырбыҙ тип ышанам.

Осрашыу барышында «Башҡортостан Республикаһында «Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһы» төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү тураһында» ниәттәр тураһындағы Протоколға ҡул ҡуйылды. Документтың маҡсаты – хәрби тарихты өйрәнеүсе кешеләр һәм ойошмалар эшмәкәрлеген координациялау, илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү, хәрби-тарихи туризмды үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостандың хәрби-тарихи тематикаға ҡараған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм популярлаштырыу.

Рөстәм Хәмитов Владимир Мединскийға сәнғәт өлкәһендәге республика проекттарын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы.

Осрашыуҙың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.