Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә еңел сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Төбәк Хөкүмәте 2015 йылда Рәсәйҙә теркәлгән етештереүселәрҙән сеймал, материалдар һәм ярымфабрикаттар һатып алыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Продукция етештереү өсөн һатып алынасаҡ изделиелар исемлегенә йөн, еп, тире, күн тауарҙар, туҡымалар инә.

2013 йылда дәүләт ярҙамы программаһы буйынса финанслау күләме — 30 миллион, былтыр 29,3 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл субсидия өлөшө Рәсәйҙә етештерелгән сеймал һатып алыуға сығымдарҙың 25 процентына һәм Башҡортостанда һатып алынған тауарға 50 процентҡа тиклем етеүе ихтимал, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Субсидияға ҙур предприятиелар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа иҫәп тота ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть