5 декабрь, Дүшәмбе

11 сентябрь 2015 йыл, 17:13

Өфөлә «1000 велосипедсы төнө» үтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өс меңдән ашыу өфөлө 12 сентябрҙән 13-нә ҡарай төндә үтәсәк күләмле велоуҙышта ҡатнашырға ниәтләй. «1000 велосипедсы төнө»ндә ҡатнашыусылар киске сәғәт 10-да ҡала Советына йыйыласаҡ. Төн уртаһында колонна Октябрь проспекты, Ленин, Пушкин, Ғафури урамдары буйлап Телеүҙәккә тиклем, унан Цюрупа һәм Комсомол урамдары буйлап Сипайловоға барасаҡ. 24 саҡрымлыҡ хәрәкәт итеү маршруты төнгө сәғәт өстән һуң Ҡашҡаҙан паркында тамамланырға тейеш.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, «1000 велосипедсы төнө» 29 августан 30-на ҡарай үткәрелергә тейеш ине, әммә һауа шарттары арҡаһында велоуҙыш кисектерелде.

Сараны ойоштороусылар ҡатнашыусыларға йылы кейенергә, йоҡа полиэтилен плащ, велосипед өсөн габарит уттарын алырға кәңәш итә.

Йыл һайын үткәрелгән «1000 велосипедсы көнө» велоуҙышында быйыл ете меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

темалар: велоуҙыш