6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2015 йыл, 16:41

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң боронғо ҡурсаулығы 85 йыллығын билдәләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол ауылында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияға һәм юбилей тантаналарына күп йылдар ҡурсаулыҡ менән хеҙмәттәшлек итеүсе, берлектәге сараларҙа ҡатнашыусы, һүҙе һәм эше менән ярҙам итеүсе хеҙмәттәштәр, партнерҙар, дуҫтар килде.

Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының 85 йыллыҡ юбилейына арналған ғилми-ғәмәли конференцияны ҡурсаулыҡ директоры Вәсилә Яныбаева асты. Ул 1930 йылда Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы биләмәһендәге 80 мең гектарҙан ашыу майҙан ҡурсаулыҡ статусын алғас, ваҡиғаларҙың нисек үҫешеүе хаҡында һөйләне. Артабанғы ун йыллыҡта оҙайлы стационар күҙәтеүҙәр өсөн нигеҙ һалына, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының үҙгәреүен күҙәтеп барыу өсөн даими һынау майҙандары барлыҡҡа килә, метеостанция төҙөлә. Замандар үҙгәрә, ҡурсаулыҡтың эшмәкәрлеге бер аҙға туҡтатыла, әммә традициялар һаҡланып ҡала. Легендар Тәбиғәт йылъяҙмаһы китаптары ла һаҡланған, унда бөтә алынған мәғлүмәттәр, ваҡиғалар, ғилми һөҙөмтәләр тупланған. Юбилей уңайынан Һарғая ҡасабаһында ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһында «Башһырт» визит-үҙәге төҙөлгән. Ҡурсаулыҡ үҙенә бүләк яһаған тип әйтергә мөмкин.

Башҡортостан ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәренә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Конференциялағы сығыштар мөһимлеге менән айырылып торҙо, бәхәстәр кискә ҡәҙәр дауам итте. Ҡунаҡтар ҡурсаулыҡҡа экскурсияға барҙы, «Башһырт» визит-үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты, ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында булды, «Змеевик» тарихи-геологик һуҡмағы буйлап үтте.

Икенсе көндө ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән Һарғая ҡасабаһы халҡы өсөн байрамдың икенсе өлөшө ойошторолдо. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә — почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр, ҡурсаулыҡ ветерандарына сәскәләр һәм сувенирҙар тапшырылды.