Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһында «Көмөш быуат солғанышында» исемле моноспектакль ҡуйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

26 сентябрҙә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында романс һәм шиғриәт һөйөүселәр өсөн Рус драма театры артисы Тимур Ғарипов сығыш яһай. Сара Әҙәбиәт йылы сиктәрендә уҙғарыла.

«Көмөш быуат солғанышында» исемле моноспектаклдә актер гитара моңдары аҫтында шиғырҙар уҡыясаҡ һәм бөйөк шағирҙар — Анна Ахматова, Александр Блок, Александр Вертинский, Николай Гумилев, Осип Мандельштам, Игорь Северянин, Георгий Иванов, Михаил Кузьминдың шиғырҙарына ижад ителгән романстар башҡарасаҡ.

Тимур Ғарипов — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рус шиғриәтенең алтын быуаты» девизы аҫтында Театр эшмәкәрҙәре союзы иғлан иткән «Һүҙ оҫтаһы» конкурсы еңеүсеһе.

Кисә икенсе залда киске сәғәт 7-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть