Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Өфө халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2021 йылда «Апимондия» умартасылар ассоциациялары халыҡ-ара федерацияһының 47-се конгресын үткәреүгә дәғүә итеүсе ҡала сифатында сығыш яһарға әҙерләнә.

Башҡортостан Башлығының бойороғона ярашлы, заявка кампанияһына әҙерлек эштәре менән вице-премьер Илшат Тажетдинов етәкселегендәге махсус төркөм шөғөлләнәсәк. 1 декабргә тиклем эште ойоштороу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫлауға индерергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов Умартасылар ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы президенты Жиль Ратиа менән осрашыуҙа республиканың баш ҡалаһында «Апимондия» конгресын үткәрергә тәҡдим иткәйне. Өфөлә уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң бында ошондай сара өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура бар, тип билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть