7 декабрь, Шаршамбы

11 сентябрь 2015 йыл, 13:00

Баш ҡала уҡыусылары яратҡан шиғырҙарын бөтә Рәсәй «Дуҫлыҡ дәфтәре»нә теркәне

фото: Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө уҡыусылары яратҡан шиғырҙарын бөтә Рәсәй «Дуҫлыҡ дәфтәре»нә теркәне. Баш ҡала «Әҙәби троллейбус» бөтә Рәсәй акцияһының эстафетаһын ҡабул итте. Сара Пермдә башланғыс алған бөтә Рәсәй «Дуҫлыҡ дәфтәре» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Акцияны үткәреүгә ҡала Советы ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы, «Йондоҙлоҡ» балалар берләшмәләренең район ассоциацияһы, Өфөнөң «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы һәм ҡаланың Электр транспорты идаралығы булышлыҡ итте.

2-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбуста илебеҙҙең танылған шағирҙары — Пушкин, Лермонтов, Асадов, Тютчевтың шиғырҙары яңғыраны. Орджоникидзе районының 79-сы, 80-се һәм 82-се мәктәптәре уҡыусылары яратҡан шиғырҙарын һөйләне һәм «Дуҫлыҡ дәфтәре»нә теркәне. Пассажирҙар балаларҙың сығышын йылы ҡабул итте, ҡайһы берҙәре хатта үҙҙәре лә ҡушылды.

Акция 37 төбәктә ойошторолдо һәм яңы уҡыу йылы башланыуға, Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.