4 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2015 йыл, 12:34

Ошо шәмбелә өфөләрҙе бал байрамына саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шәмбе, 12 сентябрҙә, Өфөнөң И.Яҡутов исемендәге паркында бал байрамы ойошторола.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Баллы Башҡортостан» йәрминкә-күргәҙмәһендә баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары сифатлы умартасылыҡ продукцияһын һатып ала һәм яңы татлы аҙыҡтар менән таныша ала. Шулай уҡ конкурс ойошторола, унда умартасылыҡ продукцияһының сифаты, уның ассортименты, сауҙа нөктәһен биҙәү һәм районды бал байрамында күрһәтеү баһаланасаҡ. Йәрминкәне үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары биҙәйәсәк.

Сара Өфө һәм республиканың муниципаль райондары араһында эшлекле, хужалыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә, тип билдәләнеләр ведомствола.