10 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2015 йыл, 11:47

Башҡортостандың фольклор ансамбле «Алтын Майҙан» халыҡ-ара конкурсы лауреаты булды

фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ҡырым Республикаһында уҙғарылған «Алтын Майҙан» халыҡ-ара конкурсында һәм «Golden Way» этнофестивалендә Башҡортостандың «Аяҙ» халыҡ фольклор ансамбле «Вокаль ансамбль» һәм «Милли кейем» номинацияларында I дәрәжә лауреат исемен яуланы.

Сара «Алтын Майҙан» интернациональ фестиваль проекты сиктәрендә үткәрелә. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм сәләмәт балаларҙы берҙәм ижади проекттарҙа берләштереү.

Конкурста төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙән 36 коллектив ҡатнашты. Быйыл конкурсанттарҙы Ҡырымдың Межводное ҡасабаһы ҡабул итте.

«Аяҙ» коллективы ағзаларының шәхси еңеүҙәре лә бар. Ансамблдең солисткаһы Ләйсән Хәсәншина «Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыу» һәм «Эстрада йыры» номинацияларында I дәрәжә лауреат булды. «Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында Айҙар Хөснөтдинов һәм «Хореография» номинацияһында Айгөл Миңнуллина II дәрәжә лауреат исемдәре менән билдәләнде. Лиана Кәримова «Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында өсөнсө урын алды, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.