3 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2015 йыл, 11:09

Баш ҡала халҡы торлаҡ проблемаларына һәм тарифтарҙың нигеҙһеҙ артыуына зарланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләр торлаҡ проблемаларына һәм тарифтарҙың нигеҙһеҙ артыуына зарланды. 10 сентябрҙә Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Дияров Дмитрий Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Баш ҡалала йәшәүселәр төрлө һорауҙар һәм теләктәр менән мөрәжәғәт итте. Ухтомский урамындағы йорт вәкилдәрен йорттоң подвалын яңынан планлаштырыуҙың законлылығы һәм унда йәшәүҙең хәүефһеҙлеге борсой.

Орджоникидзе районында йәшәүсе йылылыҡ өсөн тарифты нигеҙһеҙ арттырыуҙары хаҡында һөйләне.

Динар Дияров һәр мөрәжәғәт буйынса ғаризалар һәм тейешле материалдар ҡабул итте. Закон сиктәрендә кешеләргә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк.

«Нигеҙҙә беҙгә дөйөм йорт милке менән идара итеүгә, капиталь ремонтҡа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр иҫәпләүгә, авариялы йорттарға ҡағылышлы һорауҙар менән киләләр. Дәүләт комитеты хәл итә алырлыҡ бөгөнгө мәсьәләләр буйынса күсмә тикшереүҙәр үткәрәсәкбеҙ», — тине Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.