11 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2015 йыл, 18:10

«Башҡортостан» киностудияһының анимациялы фильмы Францияла үтәсәк фестивалдә ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Хәйерлегә булһын!» анимациялы фильмы «Feel Russia» Рәсәй мәҙәниәте фестивалендә ҡатнаша. Сараны 10-11 октябрҙә Лион ҡалаһында (Франция) Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Фестиваль сит ил тамашасыһын Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге төп йүнәлештәр, ҡаҙаныштар һәм яңылыҡтар менән таныштыра.

«Хәйерлегә булһын!» фильмы ике һунарсының мажаралары тураһында бәйән итә. Режиссер ошо фильмы өсөн «Икар» Беренсе Милли анимация премияһының «Аниматор» номинацияһында наградаға лайыҡ булды. 5 сентябрҙән 11-нә тиклем «Хәйерлегә булһын!» кинотаҫмаһы Ҡазанда үтәсәк XI Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә.