Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар театрының гастролдәре башлана

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастролдәре башлана. Гастролдәр 10 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә Йон Фоссеның «Йәйҙең бер көнөндә» спектакле менән асыла.

10 сентябрҙән 17-нә тиклем күрше республиканың иң боронғо театры вәкилдәре Башҡорт академия драма театры һәм Өфө «Нур» татар театры сәхнәләрендә 10 спектакль күрһәтәсәк. Бөтә спектаклдәр ҙә рус теленә тәржемә ителә.

Башҡорт академия драма театры коллективы Силәбе өлкәһенә гастролдәргә сығырға әҙерләнә. 21 сентябрҙән 25-нә тиклем кескәй тамашасыларҙы Шарль Перроның «Итекле бесәй» әкиәте (В.Ганзенко, режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев) менән осрашыу көтә, өлкәндәргә иһә Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһы (режиссеры А.Йәнбәков) тәҡдим ителә. Башҡорт академия драма театры актерҙары Эҫем, Һатҡы, Миәс, Златоуст ҡалаларында, Тимирязев ҡасабаһында буласаҡ.

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть