Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский төбәктә Хәрби Дан мемориалын асасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

11 сентябрҙә Башҡортостанға Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский килә. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡырмыҫҡалы районында министр «Легендаға әйләнгән исемдәр» республика фестивалендә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалын асыуҙа ҡатнашасаҡ. Монументтың авторы — Рәсәй скульпторы һәм архитекторы Денис Стритович. Һәйкәл Башҡортостан Башлығы грантына, Рәсәйҙең Хәрби-тарихи ойошмаһы аҡсаһына һәм республика халҡы ярҙамы менән төҙөлгән.

Был көндә Шайморат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата «Күп милләтле Еңеү» күргәҙмәһен, «Башҡортостан халыҡтары Тыуған илен яҡлағанда» ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороу ҡаралған.

Иртән бында «Һуғыш уты көйҙөргән йырҙар» М.М.Шайморатов исемендәге асыҡ республика фестивале уҙғарыла. Тауһеңер баҫыуында пехота, артиллерия һәм кавалерия ҡатнашлығында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтеләсәк. «Первушино» аэродромы парашютсылары авиашоу әҙерләй. Эҙәрмән отрядтарының оҫталыҡ дәрестәре һәм Башҡортостан үҙешмәкәр коллективтарының концерты буласаҡ.

Шул уҡ көндә Өфө амфитеатрында (Конгресс-холл майҙаны) Рәсәй ведомствоһы башлығы «Симфония төнө» концертында ҡатнаша.

Теги: сәфәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть