8 декабрь, Кесе йома

10 сентябрь 2015 йыл, 16:19

Башҡортостан Республика көнөнөң 25 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Быйыл Башҡортостанда Республика көнө 25-се тапҡыр билдәләнәсәк. Ошо ваҡиғаға әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, сара халыҡ байрамына әүерелә бара.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә тантаналы саралар үткәреү ҡаралған. Төрлө ижади фестивалдәргә йомғаҡ яһаласаҡ, тематик флешмоб уҙғарыласаҡ. Республика музейҙарында Асыҡ ишектәр көнө ойошторола, теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала. Китапханаларҙа лекциялар һәи шиғриәт кисәләре үткәреләсәк. Был көндәрҙә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу күҙаллана.

«Байрам концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында буласаҡ. Унда Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли симфоник оркестр, Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ҡатнаша. Беҙ суверенитеттың ғына түгел, Бөйөк Еңеүҙең дә юбилей датаһын иҫәпкә алырға тырышабыҙ. Саммиттарҙы уҙғарыу, Әҙәбиәт йылы кеүек ваҡиғалар ҙа сағылыш табасаҡ», — тип хәбәр итте Әминә Шафиҡова.

Республика көнөн байрам итеү уңайынан «Шәжәрә байрамы», Сергей Аксаков көндәре, «Башҡорт аты» фестивале ойошторола. Бөтә белем биреү учреждениеларында тематик класс сәғәттәре үткәрелә.

Республиканың йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Артур Сәйфуллин хәбәр итеүенсә, байрамда яҡынса 40 мең кешенең ҡатнашыуы күҙаллана.