4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2015 йыл, 15:10

18 йәштән өлкән өфөләр бушлай медицина тикшереүе үтә ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 18 йәштән өлкән өфөләр Республика табип-физультура диспансерының Сәләмәтлек үҙәгендә бушлай медицина тикшереүе үтә ала. Йома, 11 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем медицина учреждениеһында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уңайынан Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

Был көндө теләгән һәр кемдең электрокардиография, реоэнцефалография тикшереүҙәрен үткәреү, күҙ эсендәге һәм артериаль баҫымды үлсәтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу системаһы, күреү органдары сирҙәре үҫешенең хәүеф факторҙарын асыҡлау өсөн башҡа тикшереүҙәр үтеү мөмкинлеге бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Һөҙөмтәләр буйынса табиптар бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн кәңәштәр бирәсәк.

Башҡа көндә лә Сәләмәтлек үҙәгендә ошондай тикшереү үтергә була, бының өсөн паспорт һәм страховкалау полисы кәрәк.