Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Евгений Семивеличенко Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры итеп тәғәйенләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры итеп Евгений Семивеличенко тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләне. 2015 йылдың 8 сентябрендә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы директоры Александр Артюхов тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Екатерина Косых хәбәр итте.

Евгений Семивеличенко Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында «Юриспруденция» белгеслеге буйынса юғары белем алған. Евгений Александрович Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 2003 йылдан эшләй. Юридик идаралыҡ етәксеһе вазифаһында башлай. 2008 йылдан — генераль, 2011 йылдан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — илебеҙҙә хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереүсе иң ҙур үҙәк. Рәсәйҙә дәүләт оборона заказын үтәү сиктәрендә «Су» маркалы самолеттар өсөн двигателдәр эшләүсе берҙән-бер предприятие. Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть