6 декабрь, Шишәмбе

10 сентябрь 2015 йыл, 13:00

Әсәлек капиталын инвалид балалар өсөн тотонорға рөхсәт итәсәктәр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы законға үҙгәрештәрҙе хупланы. Закон проекты әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Документҡа ярашлы, инвалид балалары булған ғаиләләр әсәлек капиталын балаларға тирә-яҡ мөхиткә тиҙерәк яраҡлашырға булышлыҡ итәсәк тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн тотонорға хоҡуҡлы. Бында һүҙ медицина хеҙмәттәренә, реабилитация сараларына түләү хаҡында бармай, улар инвалидҡа федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә бирелә.

«Шундай тауарҙар һәм хеҙмәттәр араһында пандустар, фатирҙа махсус таянғыстар, функциональ карауаттар, массаж өҫтәлдәре, церебраль фалиж  менән яфаланған балалар өсөн велосипедтар, дисплейҙар, Брайль шрифты менән клавиатуралар бар, — тип аңлатма бирҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин. — Баһаланыуынса, был сара әсәлек капиталын өлөшләтә йәки тулыһынса файҙаланмаған инвалид бала тәрбиәләүсе 11 мең самаһы ғаиләгә ярҙам буласаҡ».  

Закон проектына ярашлы, ата-әсәләр капиталды баланың өс йәше тулғанын көтмәйенсә тотона ала. 2015 йылда әсәлек капиталының күләме 453 мең 26 һум тәшкил итә. 2016 йылдың 1 ғинуарынан ул 475 мең һумға етәсәк.