4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2015 йыл, 10:59

Өфөлә «Сыңғыҙхан» ижади төркөмөнөң юбилей күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Рәссамдар союзы «Сыңғыҙхан» ижади төркөмөнөң юбилей күргәҙмәһен асыу тантанаһына саҡыра. Күргәҙмә 10 сентябрҙә киске сәғәт 5-тә Өфө художество галереяһында асыла. Адресы: Революция урамы, 34.

Быйыл «Сыңғыҙхан»ға 25 йыл тула. 1990 йылда рәссам һәм шағир Наил Лотфуллин (1952-1992) ижади берекмәне ойоштороусы һәм уның беренсе етәксеһе була. Төрлө йылдарҙа Илдар Әхмәтвәлиев, Илдар Бикбулатов, Мирас Дәүләтбаев, Радик Ғарифуллин, Наил Байбурин, Рим Вәлиәхмәтов «Сыңғыҙхан» ижади төркөмө күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Хәҙерге ваҡытта берекмәгә рәссамдар Рәсих Әхмәтвәлиев, Вәсил Ханнанов, Ринат Харисов, Рафаэль Моратшин, Мидат Мөхәмәтов инә.

«Совет андеграунды һәм заманса актуаль сәнғәт тураһында һүҙ барғанда төркөмдәге рәссамдар бер үк алдынғы позицияны биләй. Уларҙың фигуралары әһәмиәтле генә түгел, уларһыҙ республиканың мәҙәни мөхитен танып булмай. Художество берекмәһенең булыуы ғына — ҡыҙыҡлы факт һәм яҡшы мәҙәни мөхит хаҡында һөйләй», — тип яҙа сыңғыҙхандар тураһында сәнғәт белгесе Екатерина Суворова.