4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2015 йыл, 10:16

Башҡортостан аграрийҙарын «Алтын көҙ-2015» күргәҙмәһенә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан аграрийҙарын «Алтын көҙ-2015» XVII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенә саҡыралар. Сара 8 октябрҙән 11-нә тиклем Мәскәүҙең «Крокус Экспо» күргәҙмәләр үҙәгендә уҙа. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 27 августан 1 октябргә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәренең ҙур форумында үҙебеҙҙә етештерелгән иң яҡшы аҙыҡ-түлек, яңы мал аҙығы һәм ветеринар продукция, заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар күрһәтеләсәк.

«Алтын көҙ»ҙөң форматы илдең беренсе кешеләренә, Рәсәй төбәктәре етәкселәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең аграр министрлыҡтары башлыҡтарына сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә, килешеүҙәр төҙөргә мөмкинлек бирә, тип билдәләйҙәр ведомствола.

Күргәҙмә сиктәрендә 17 тармаҡ конкурстарынан торған программа ҡаралған, унда агросәнәғәт комплексында инновациялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар, үҫемлекселек продукцияһын үҫтереүҙә һәм тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа юғары күрһәткестәр, шулай уҡ иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермалары, крәҫтиән хужалыҡтары баһалана.

Былтырғы күргәҙмәлә Башҡортостан предприятиелары 442, шул иҫәптән 261 алтын, 106 көмөш һәм 75 бронза миҙалға лайыҡ булды.