5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 18:19

Баш ҡалала «Әҙәби троллейбус»та балалар шиғыр һөйләйәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө урамдары буйлап йөрөйәсәк «Әҙәби троллейбус»та төрлө йәштәге уҡыусылар танылған шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләйәсәк. Әҫәрҙәр бала саҡ, дуҫлыҡ, тыныслыҡ, Тыуған илгә һөйөү темаһына арналған. Һөйләп бөткәс, һәр сығыш яһаусы: «Беҙ китап уҡыуға мода иғлан итәбеҙ!», — тип әйтәсәк.

Акция бер үк ваҡытта Рәсәйҙең 37 төбәгендәге төрлө ҡалаларҙа уҙғарыла. Сара яңы уҡыу йылы һәм Әҙәбиәт йылы уңайынан «Дуҫлыҡ дәфтәре» Бөтә Рәсәй программаһы сиктәрендә ойошторола. Өфөлә уны ҡала Советы ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы ойоштора. Акцияны үткәреүгә Электр транспорты идаралығы һәм Орджоникидзе районының «Йондоҙлоҡ» балалар берләшмәләре ассоциацияһы булышлыҡ күрһәтә.

Баш ҡалала акция 10 сентябрҙә киске 5-се яртыла башлана. Троллейбус «Колхоз баҙары» туҡталышынан ҡуҙғала, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.