8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2015 йыл, 17:52

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары Василий Тонкошкуров менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 9 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары, генерал-лейтенант Василий Тонкошкуров менән осрашты.

Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә 7 сентябрҙә Үҙәк хәрби округта башланған «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙар уҙғарыу барышын тикшерҙе.

– Өсөнсө тәүлек инде күнекмәләр үткәрәбеҙ. Барыһы ла план буйынса бара. Мин эштең бөтә этаптарына ла төшөнәм, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был ысын мәғәнәһендә яҡшы мәктәп. Быларҙың барыһы ла мөһим һәм кәрәкле. Ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырбыҙ тип ышанам.

Василий Тонкошкуров Генераль штаб начальнигы исеменән республика Башлығының уҡыуҙар сиктәрендәге сараларға етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Бөгөнгө төп бурыс – һуғыш ваҡытында йәлеп ителәсәк структуралар һәм органдар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороуҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының ролен арттырыу. Бөгөн Һеҙгә рәхмәт әйткем килә, – тине генерал-лейтенант. – Минең бында икеләтә бурысым бар. Тәү сиратта мин төбәктәге мобилизация эшен баһалау, шулай уҡ айырылып торорға тейешле автомобиль колонналарына ҡарау өсөн килдем.

Республика Башлығы уҡыуҙарға йәлеп ителгән кешеләргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.