5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 17:04

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең иң яҡшы университеттары исемлегенә инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто RAEХ («Эксперт РА») агентлығының Рәсәйҙең иң яҡшы университеттары рейтингына инде. Өфө дәүләт нефть техник университеты «Техник, тәбиғи-фәнни йүнәлештәр һәм аныҡ фәндәр» өлкәһендә 50 иң яҡшы вуздар исемлегендә 28 урынды биләне. Өҫтәүенә Өфө дәүләт нефть техник университеты былтырғы рейтинг менән сағыштырғанда ике баҫҡысҡа юғары күтәрелде.

Тағы ла бер уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт университеты «Иҡтисад һәм идара итеү» өлкәһендә 50 иң яҡшы вуздар исемлегендә 44-се урында. 2014 йылда Башҡорт дәүләт университеты рейтингка индерелмәгән.

Рейтингтар 2012-2015 йылдарҙа «Эксперт РА» агентлығы үткәргән һорау алыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың юғары уҡыу йорттарын баһалау һөҙөмтәһен сағылдыра. Респонденттарҙың белем сифаты, вуз тамамлаусыларҙың эш биреүселәргә талап ителеүе, шулай уҡ ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең кимәле тураһында фекерҙәре иҫәпкә алынған. Һорау алыуҙарҙа академия һәм фәнни берләшмә, эш биреүсе компания вәкилдәре, студенттар һәм уҡыу йортон тамамлаусылар ҡатнашҡан. Респонденттарҙың дөйөм һаны 34 меңдән ашҡан.