4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 16:31

Республикала янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелдә 100 гектарҙан ашыу урман янған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда 32 урман янғыны сыҡҡан, уларҙың дөйөм майҙаны 100 гектарҙан ашҡан. Бөгөн, 9 сентябрҙә, Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылынан 8 саҡрым алыҫлыҡта 8 гектар майҙанда урман яна. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәҙерге ваҡытта урындағы халыҡтың ғәйебе буйынса сыҡҡан янғынды һүндереү буйынса саралар күрелә, тиелә белдереүҙә.

2 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 15 майҙан янғынға ҡаршы индерелгән махсус режимды өлөшләтә ғәмәлдән сығарҙы. Был урман янғындарына бәйле хәлдең тотороҡланыуына һәм түбән класлы янғын хәүефе урынлашыуға бәйле. Әммә был Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарына ҡағылмай.