4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 15:49

Башҡортостан юлдаш телеканалында үҙеңдең икенсе яртыңды табырға мөмкин буласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалы яңғыҙҙар проблемаһына иғтибарын йүнәлтә. Шуға бәйле тиҙҙән көндөҙгө сәғәт 1-ҙә тура эфирҙа яңы тапшырыу башлана. Аҙна һайын «Бәхетнамә» сығарылыштарының береһе икенсе яртыңды эҙләү темаһына бағышланасаҡ.

Проект авторҙары димселәрҙе йәлеп итергә ниәтләй. Ғаилә ҡороу өсөн кем менәндер танышырға теләүсе тамашасылар анкеталарын ебәрә ала. Тапшырыу үҙенсәлекле мәғлүмәт йыйыу үҙәге буласаҡ. Үҙ ишен эҙләүсе яңғыҙаҡтар телефон аша ғына бәйләнешкә сығасаҡ.

«Бөгөн күптәр интернетта, социаль селтәрҙәрҙә ултыра, улар иһә реаль тормоштан алыҫайта. Республикалағы ҡайһы бер, хатта ҙур булмаған ауылдарҙа ла 40-50 өйләнмәгән егет йәшәй. Улар беҙгә хаттар яҙа, проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорай. Шуға күрә беҙ ошондай тапшырыу асырға булдыҡ», — тип һөйләне телеканалдың баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, «Бәхетнамә»нең махсус сығарылышын әҙерләүҙә «Юлдаш» радиоһында шундай уҡ тапшырыу алып барыусы Филүс Ҡасимов ярҙам итәсәк.