3 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 15:07

Өфөлә Аксаков байрамы «Ал сәскә» мюзиклының премьераһы менән тамамланасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә  Аралбаева/. Быйыл «Ал сәскә» мюзиклының премьераһы Аксаков байрамының иң юғары нөктәһе буласаҡ. Сара 29 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Ролдәрҙе Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары башҡара.

Башҡортостанда XХV Халыҡ-ара Аксаков байрамы 25 сентябрҙән 29-на тиклем уҙа. Программала С.Т.Аксаковтың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле республика район һәм ҡалаларында төрлө саралар ҡаралған.

25 сентябрҙә байрам Софья аллеяһынан башлана. Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарының һәм Өфө, Күмертау ҡалаларының фольклор коллективтары, үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығында «Яратҡан китаптарҙың йәнле биттәре» әҙәби-фольклор байрамын үткәреү күҙаллана. Программала — шиғриәт байрамы, театрлаштырылған тамашалар, асыҡ уҡыу залы, уйындар, конкурстар, ярыштар, байрам йәрминкәһе. Шул уҡ көндә Пушкин аллеяһында С.Т.Аксаковтың һәйкәленә сәскәләр һалыу һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы Аксаков кисәһе була.

26 сентябрҙә байрам Бәләбәй ҡалаһында һәм районында дауам итә, унда «Өмөт ҡыңғырауҙары» тип аталған Аксаков кисәһе ойошторола.

27 сентябрҙә Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Евгений Винокуровтың «Аксаковтың тыуған төйәге» рәсемдәр күргәҙмәһе асыла. Шулай уҡ Иван Аксаковҡа арналған «Славян гөлләмәһе» музыкаль-шиғри композиция була.

Аксаков байрамы яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуған көнө — 1 октябрь — алдынан 25-се тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе 1991 йылда, «ЮНЕСКО» халыҡ-ара ойошмаһы тәҡдиме менән иғлан ителгән Аксаков йылында үткәрелде. Сараны ойоштороусылар: Өфө, Күмертау, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары хакимиәттәре булышлығында, Халыҡ-ара Аксаков фонды һәм республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлыҡтары.