5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 14:10

Төбәктә пенсионерҙар, уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров./. 1 сентябрҙән 31 декабргә тиклем уҡыусыларға һәм көндөҙгө бүлектә белем алған студенттарға электричкала юл йөрөүгә 50 процентлы ташлама бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәтенән. Һәр унынсы пассажир — уҡыусы, тип билдәләнеләр компанияла.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2015 йылдың 31 октябренә тиклем хеҙмәт ветерандары; 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына ҡәҙәр тылда эшләүселәр; сәйәси репрессияларҙан зыян күреүселәр һәм реабилитация үтеүселәр, хәрби пенсионерҙар һәм башҡа категорияға ҡараған граждандар өсөн ҡала яны поездарында юл йөрөүгә ташлама ҡаралған. Ташламалы билет алыу өсөн шәхесте раҫлаусы, шулай уҡ льготалы статусты раҫлаған документ күрһәтелергә тейеш.