6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 13:33

Башҡортостанда йәшәүселәргә пенсия бер көнгә алдараҡ таратыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Сентябрҙә Башҡортостанда пенсия таратыу бер көнгә алдараҡ тамамланасаҡ. Ҡорбан байрамына бәйле республикала түләүҙәр 23 сентябрҙә тамамлана, тип аңлатма бирҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Таратыу ваҡыты 24 сентябргә тура килгәндәр аҡсаларын бер көн алда аласаҡ.

Кредит ойошмаларына аҡса 11 сентябрҙә күсерелә.