6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2015 йыл, 12:29

Рөстәм Хәмитов: «Власть — ул республикала йәшәүсе һәр кем эйә булған мөмкинлек»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Сентябрҙә Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарына һайлауҙар була. Ҡасаба советтары депутаттары һәр муниципаль берәмектә иң мөһим проблемаларҙы хәл итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың интервьюһы алда торған һайлауҙарҙың әһәмиәте тураһында.

— Рөстәм Зәки улы, Һеҙ һәр саҡ эшегеҙҙә республикала йәшәүселәрҙең, илебеҙ граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлауҙың мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алаһығыҙ. Кешеләрҙең ҡала йәки ауылдың яҙмышы өсөн үҙҙәренә яуаплылыҡ алыу ихтыяжын тояһығыҙмы?

— Республика менән етәкселек итеү йылдарында мин шуға төшөндөм: власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш. Ошо вазифала эшләүемдең беренсе көнөнән үк принцип билдәләнем, уға ярашлы республика халҡының именлеген нығытыу һәм йәшәү кимәлен күтәреү төбәк власының төп һәм берҙән-бер маҡсаты булып тора. Башҡа бурыстарыбыҙ юҡ. Минең эшем ошо һөҙөмтәгә өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Өфө мөһим ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын уңышлы үткәрҙе. Ошо ваҡиғалар Башҡортостанды һәм Өфөнө бөтә донъяға танытты. Был беҙҙе Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәре исемлегенә индереү генә түгел, шулай уҡ заманса һәм әүҙем үҫешеүсе республика булараҡ күрһәтеү мөмкинлеге лә. Шуларҙың барыһы ла халыҡтың тормош сифатын күтәреүгә әүерелергә тейеш.

— Илдәге ябай булмаған социаль-иҡтисади хәл беҙгә яңы талаптар ҡуя. Республика уларҙы нисек еңеп сығырға ниәтләй?

— Иҡтисади көрсөктөң кире күренештәре беҙҙең төбәккә ныҡ тәьҫир итмәй. Кешеләрҙең булышлығы менән республика «Башнефть» акциялары пакеты рәүешендә ғүмерҙә булмаған ярҙам алды. Ошондай ҙур компанияның әһәмиәтле пакетын Рәсәй субъекты милкенә кире ҡайтарыу һирәк, хатта берҙән-бер осраҡ тип әйтә алам. Кешеләр миңә әлеге һорау менән мөрәжәғәт итеп, уны хәл итеүҙәрен һораны. Ил Президенты менән һөйләшеүҙә ошо хаҡта әйттем, һөҙөмтәлә дәүләт Башлығы ғәҙел ҡарар ҡабул итте.

— Сентябрҙә беҙҙе урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙар көтә. Яҡшы депутат булыу еңел түгел. Кешеләр уға ҡатмарлы һорауҙарҙы хәл итеүҙе һорап килә.

— Бөгөн беҙҙә «власть һәм йәмғиәт» һүҙбәйләнеше йәшәй. Унда йәмғиәт — бер, власть иһә бөтөнләй икенсе, алыҫ тигән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер сағыла. Ләкин был дөрөҫ түгел. Нимә һуң ул власть? Власть — ул һәр кемгә һәм беҙгә халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятҡан эштәрҙе, бурыстарҙы, проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек биргән ҡорал. Властың сығанағы — урындарҙа. Бына ни өсөн урындағы советтар, минеңсә, иң мөһиме.

— Сентябрҙә 7 300 урындағы депутат һайлана. Ағымдағы һайлау процесын нисек баһалайһығыҙ?

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәйәси партияларҙың күбеһе ошо һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашмай. Унда еңеү Дәүләт Думаһына йәки Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙағы кеүек үк мөһим түгел тип иҫәпләнә. Ысынында һис тә  улай түгел. Урындағы үҙидаралыҡ — властың база кимәле, шунан башлана ла инде дәүләт менән идара итеү сәнғәте. Власть инициатива күрһәткән һәр кешенән башлана. Әгәр ҙә беҙ биләмәне төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәртип урынлаштырыу, социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә әүҙем булмаһаҡ, беҙҙең өсөн берәү ҙә быны эшләмәйәсәк. Шуға күрә һәммәбеҙгә лә даими рәүештә йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға, фекер алышырға, депутаттарға наказдар йыйырға кәрәк.