7 декабрь, Шаршамбы

09 сентябрь 2015 йыл, 10:34

Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Коммуналь инфраструктура объекттарының әҙерлеге 100 процент тип баһалана. Ҡаҙанлыҡтар әҙерләнгән, йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау эштәре бара, электр, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү селтәрҙәре тулыһынса ремонтланған. Матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов бөтә хеҙмәттәрҙең көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек барышы тураһында ентекле отчет менән сығыш яһаны.

28 участкала йылылыҡ селтәрҙәре капиталь төҙөкләндерелә. Былтырғы менән сағыштырғанда йылытыу миҙгеле башланғас та ремонт эштәрен башҡарыу күҙаллана.

Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар йылылыҡ сығанаҡтарын һәм инженерлыҡ ҡорамалдарын әҙерләүҙе 15 сентябрҙә тамамларға ниәтләй. Федераль ҡануниәткә ярашлы, әгәр уртаса һауа температураһы биш көн дауамында һигеҙ градус йылынан түбән булһа, йорттар һәм социаль объекттар йылытыла башлай. 15 сентябрҙән һуң балалар баҡсалары, бала табыу йорттары һәм дауаханалар, йылылыҡ биреүҙе һорап, ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Өфөләрҙең дә шундай уҡ хоҡуҡтары бар. «Үткән йылдарҙа халыҡтан бындай ғаризалар ҡабул ителмәне», — тип билдәләне Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Рәил Мирхәйҙәров.

Йылытыу миҙгелен әҙерләүгә 236 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан — 95 миллион, ҡала бюджетынан 40 миллион бүленгән. «Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре» ҡала бюджетынан 100 миллион һум күләмендә аҡса алды.

«Быйыл йылытыу миҙгеле ваҡытында башланасаҡ, сифатлы йылытыу тәьмин ителәсәк. Ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәр ҙә килеп сығыу ихтимал, әммә уларҙы бөтөрөү өсөн көс һәм аҡса бар. Бер фатир ҙа йылыһыҙ ҡалмаясаҡ», — тип ышандырҙы Салауат Хөсәйенов.