11 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2015 йыл, 17:30

Баш ҡалала тағы ла бер музыкаль фонтан эшләй башлаясаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә тағы ла бер музыкаль фонтан эшләй башлаясаҡ, был юлы иһә ҡаланың төньяғында. Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр һарайы янындағы фонтан реконструкцияланды: хәҙер ул төҫлө һәм музыкаль.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был фонтан Черниковкала 60 йыл самаһы элек, 1956 йылда, барлыҡҡа килгән һәм тәүге көндәрҙән үк ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ул бер нисә тапҡыр төҙөкләндерелгән. Быйыл капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарылған: мәрмәр плитәләр һалынған, һауыты яңыртылған, инженер селтәрҙәре алмаштырылған, тирә-йүне матурланған. Яҡын арала фонтан рәсми рәүештә асыласаҡ.

30 июндә Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы скверҙа «Ете ҡыҙ» исемле беренсе музыкаль фонтан эшләй башланы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урындарының береһенә әүерелде.